День родного языка
Февраль 21, 2025
Просмотров: 65
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө. Байрам тел һәм мәҙәни төрлөлөккә һәм күп теллелеккә булышлыҡ итеү маҡсатында ЮНЕСКО тарафынан 2000 йылда булдырылған. Туған тел һәр кеше өсөн ҡәҙерле. Беҙ туған телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, иң тәү сиратта үҙебеҙҙең уй-фекеребеҙҙе әйтәбеҙ, башҡаларға еткерә һәм аңлата алабыҙ.
Был көнгә арналған саралар 17 февралдә үк башланды. Башҡорт теле кабинетында стенд, китапханала китап күргәҙмәһе эшләнде. Туған тел көнөнә арнап мәктәбебеҙҙә башҡорт теле, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар өсөн туған телдең матурлығы тураһында кластан тыш саралар, дәрестәр ойошторолдо. Шулай уҡ уҡыусылар викториналарҙа үҙҙәренең белемдәрен һынаны, флешмобта ҡатнашты.
21 февралдә туған телдәр аҙналығын йомғаҡлап, “Туған телем-иркә гөлөм” тигән кисә уҙғарылды. Байрамға ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар йыйылды. Ҡунаҡтар алдында 2б, 2в, 3б, 4а, 5а, 7а, 8а класс уҡыусылары үҙҙәренең шиғырҙары, йырҙары менән сығыш яһаны. Байрам М.Сәлимовтың Р.Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем” йыры менән тамамланды.
Һәр бер кеше үҙ туған телен һөйөргә, яратырға тейеш. Туған тел – Ватан, ата-әсә кеүек бөйөк, изге һәм ҡәҙерле һүҙ ул.